top of page
slide-5.jpg
f93773d943cd7f04e1ad55279a73aa04.jpg
WhatsApp Image 2022-07-02 at 17.52.26.jpeg

Тәрбиәсе балаларға тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүсе, аҡылын камиллаштырыусы, тәртипкә өйрәтеүсе, йә иһә бәләкәсте шәхес итеп формалаштырыусы кеше.

Вәлитова Рузилә Зәйнетдин ҡыҙының шәхси сайты
Персональный сайт Валитовой Рузили Зайнетдиновны 

slide-5.jpg
slide-5.jpg
slide-5.jpg
1 июнь көнө кескәҙәр  төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән берлектә балаларҙы һаҡлау көнөнә сара үткәрелде, балаларға спорт уйындары үткәрелде,йәй һылыу ҡунаҡ ҡа килде. 
ielfciG43j0.jpg

Ошо көндәрҙә "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһында "Һаулыҡ иленә сәйәхәт " исемле күңел асыу сараһы үтеп китте. ( тәрбиәселәр Вәлитова Р. З. , Кәримова А. А.)
Был сараға иң сәләмәт, иң актив, иң өлгөр һәм дә иң аҡыллы балалар йыйылды.
Сара барышында улар үҙҙәренең көстәрен һынашып,төрлө уйындар уйнап,куңел асып, яҡшы кәйеф менән таралыштылар.

sWz8-fB1h7s.jpg
G3ExygEdnQI.jpg

әркөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
Әсә күңелен диңгеҙ тиҙәр,
Унда күпме ынйы бар!
Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән
Бала өсөн саф мөхәббәт
Ынйылары бит улар!
Әсәй. Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ бар! Әсәй – һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.
Аҡбуҙат балалар баҡсаһы
«Ҡояшҡай" төркөмө тәрбиәләнеүселәре әсәйҙәрен байрам менән ҡотлап шиғырҙар ятланылар, йырҙар өйрәнделәр, бик матур байрам үткәрҙеләр. Тәрбиәсе Вәлитова Р. З.

5KWHuvBgwGU.jpg
# БашҡортТелеКөнө
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
07.12. Башҡорт теле иманлы тел көнө ине. Беҙҙең «Ҡояшҡай» төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән (тәрбиәсе:Вәлитова Р. З..) әҙәп, әхлаки тәрбиә темаһына «Төлкө менән айыу» башҡорт халыҡ әкиәте аша белемдәрен арттырҙы.
9POoH9CchHA.jpg
BofJbWc-Db4.jpg
D9eUvnlbzw0.jpg
NFW0secl5so.jpg

#Башҡорттелекөнө2021марафон
#Деньбашкирскогоязыка2021марафон
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
"Башҡорт теле - сабырлыҡ теле"
Акция:
.".........................кеше
..........................сабыр
..........................эше
..........................табыр"
Телем тиеп йәшәгән кеше-
Ул Әҙәпле, тыйнаҡ, сабыр.
Хөрмәткә лайыҡ һәр Эше,
Тормошта дөрөҫ юл Табыр.

24 декабрь көнө "Ҡояшҡай" төркөмөндә Яңы йыл иртәлеге үтте. Балалар Ҡыш бабайға шиғырҙарын, йырҙарын әҙерләне. Персонаждар ҙа балаларға бик ҡыҙыҡлы уйындар алып килгән. Байрамдан барыһы ла бүләктәр алып, бик ҡәнәғәт таралышты.

j1ukojIrP5I.jpg

кескәйҙәр төркөмөндә "Ҡояш кеүек әсәйем" исеме аҫтында байрам ирталеге үтте. Әсәйҙәр гә арналған шиғырҙар,йырҙар, уйындар, ҡояш апай ҡунаҡҡа килде.  Байрамдан бәтәһе лә яҡшы кәйеф, күтәренке күңел менән ҡайттылар

17p7aEXvlfQ.jpg
E6eoLcv9Vx0.jpg
XknaDqmk5zw.jpg
qty2n0FTg4A.jpg

"һаумы, һаумы, әкиәт" конкурсының беренсе этабында "Ҡояшҡай" төрөмө балаһы ҡатнашты. Сафина Милена балалар баксаһында 2-4 йәшлектар араһында Гран-при яуланы Төлкө менән торна "
Башҡорт халыҡ әкиәте
Етәксеһе Вәлитова Р.З.

#Һаулыҡаҙналығы
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаhы
Балалар баҡсаhының "Ҡояшҡай" кескәйҙәр төркөмөндә hаулыҡ аҙналығы үтте 14.03.-18.03 22. Һау - сәләмәт булыу өсөн әҙәп, гигиена ҡағиҙәләрен үтәү кеше hаулығына йоғонтоhо ҙур икәнен балаларға кесе йәштән үк аңлатыу маҡсатында "Дарыухана", "Мин табип булам", "Ҡурсағым ауырып китте" «ҡурсағымды йыуындырам» кеүек сюжетлы - ролле уйындар үткәрелде. Тағы ла К. Чуковский «Айболит», Ф. Фәтҡуллина «Йәшел ҡуян» нәфис әҙәбиәтте менән таныштырыу, дидактик уйындар «Гигиена ҡәғиҙәләре», «Ҡурсаҡты кейендер» кеүек уйын - дәрестәр кескәйҙәргә ҡыҙыҡлы һәм фәhемле булды.
OvoXr37PwrQ.jpg

#Һаумы-һаумы әкиәт
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
25 март ҡала кимәлендә "һаумы- һаумы, әкиәт" исеме аҫтында үҙәк ара әкиәт һөйләүселәрҙең бәйгеһе үтте. 2-4 йәшлектәр араһында "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһының "Ҡояшҡай" төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Сәфина Милена башҡорт халыҡ әкиәте «Төлкө менән торан» әкиәтен һөйләп 2 урынға лайыҡ булды (Вәлитова Р. З ). Афарин Милена, киләсәктә яңы үрҙәр яулауын теләп ҡалам.

4YcETXDz15E.jpg
2lO-eaRRVu0.jpg

#ДеньНациональногоКостюма
#милликейемкөнө
#Аҡбуҙатбалаларбаҡсаһы
9 сентябрь көнө «Ҡыңғырау» төркөмө тәрбиәләнеүселәре нә «Милли кейем көнө»нә арналған сара ойошторолдо. Был сара ла балалар башҡорт милли кейемдәре менән таныштылар, дидактик, «Тирмә» уйындарын уйнап күтәренке кәйефтә таралыштылар...

I3vsOVlqN9Q.jpg
AZz479fh07U.jpg
UkG9tXAxedg.jpg

#РеспубликаКөнө
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Башҡортостан - тыуған илем!
Башҡортостан - тыуған ерем!
Тыуған илебеҙгә, телебеҙгә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу кесе йәштән үк башланыуы һәм артабан эҙмә-эҙлекле, маҡсатлы үҫтерелеүе ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың төп маҡсаттарының береһе. Ошо айҡанлы уртансылар төркөмө тәрбиәләнеүселәре менән (музыка етәксеһе: Ғөбәйҙуллина Р. Ә., тәрбиәселәр : Тулыбаева Г. Ғ., Япанова Э. Ф., Вәлитова Р. З. "Телем - байлығым!" темаһы буйынса сара үткәрелде. Сарала балалар Башҡортостан тураһында белемен камиллаштырҙы, йырҙар йырланы, уйындар уйнап күңелдәрен күтәрҙе. Рух булһа, телебеҙ ҙә, илебеҙ ҙә йәшәйәсәк!

u2w-aFftYpI.jpg

#АлтынКөҙ
#АҡбуҙатБалаларБаҡсаһы
Көҙгө урман бигерәк матур
Алтын төҫөнә кергән.
Ҡойолған hары япраҡтар
Балаҫ булып түшәлгән.
Уртансы «Ҡыңғырау» төркөмө балалары менән «Көҙһылыуҙа ҡунаҡта» исемле күңел асыу сараһы үткәрелде. (тәрбиәселәр: Вәлитова Р. З., Тулыбаева Г. Ғ., музыка етәксеһе Ғөбәйҙуллина Р. А.), Байрамда балаларҙың йырлауы, бейеүе, уйындар уйнауы кескәйҙәрҙең кес кенә йөрәктәрендә ҙур сағыу урын ҡалдырҙы. Байрамға бәшмәктең дә килеүе, байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Балалар бәшмәктең тәмле күстәнәстәре менән һыйландылар. Байрам бик күңелле үтте. Ата-әсәләр тарафынан көҙ темаһы буйынса күргәҙмә ойошторолдо һәм уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

eAnWOvZY_w8.jpg
hidwrICOiqk.jpg
bottom of page